Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә ҡар яуыуы сәбәпле ҙур йөк машиналары хәрәкәте сикләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

17 ғинуарҙа көслө ҡар яуыуы сәбәпле Өфөлә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөк машиналары хәрәкәте сикләнде. Атап әйткәндә, Өфө-Аэропорт, Өфө-Шакша-КПМ, Өфө-Жилин һәм Өфө-Затон-КПМ йүнәлештәре буйынса ҙур йөк машиналарына инеү тыйылды.

«Сикләү уңайһыҙ һауа шарттарына һәм көслө ҡар яуыуға бәйле. Йөк автотранспортына ҡалаға инеүҙе тыйыуҙы ғәмәлдән алыу тураһында ҡабаттан хәбәр ителер», — тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә.

17 ғинуарҙа Өфөлә көнө буйына ҡар яуа. Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре көсәйтелгән режимға күсерелде.

http://www.bashinform.ru/news/1262147-v-ufe-iz-za-snegopada-ogranichili-dvizhenie-bolshegruzov/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть