Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров танылған йырсы Илһам Шакировтың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күренекле йырсы, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Илһам Шакировтың туғандары, яҡындары һәм коллегаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Ғ.Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:

«Башҡортостан халҡы һәм үҙемдең исемдән мәшһүр йырсы, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Илһам Ғилметдин улы Шакировтың вафатына бәйле ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам.

Халыҡтың яратҡан йырсыһы милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның лирик йырҙарын күп йылдар буйына һәр татар һәм башҡорт ғаиләһендә яратып тыңланылар.

Илһам Шакиров республикабыҙҙың  дуҫы булды, Башҡортостан мәҙәниәтендә сағыу эҙ ҡалдырҙы. Ул башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарҙы, күп кенә башҡорт эстрадаһы йырсылары уның репертуарындағы йырҙарҙы йырланы.

Илһам Шакиров тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!».    

http://www.bashinform.ru/news/1262098-radiy-khabirov-vyrazil-soboleznovaniya-blizkim-vydayushchegosya-pevtsa-ilgama-shakirova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть