Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.54 ↓

EUR 74.29 ↑

22 февраль, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров: Сибайҙа йәшәүселәр тиҙ генә кәрәкле медицина ярҙамын алырға тейеш

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөнгө «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» форматындағы кәңәшмәне Сибайҙағы хәлде тикшереүҙән башланы. Уның һүҙҙәренсә, насар экологик хәл арҡаһында айҙан ашыу уңайһыҙ шарттарҙа йәшәгән ҡала халҡы табиптар яғынан ҙур иғтибар тойорға тейеш. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева Сибайҙа, ул өлкәндәр араһында сирләүселәрҙең артыуы теркәлмәүе, ләкин балалар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбәйеүе хаҡында хәбәр итте. Сибайҙа Өфөнән килгән 15 тар йүнәлешле белгес эшләй башланы. Улар 353 кешене ҡабул итте лә инде. Тәүге көндә сират күҙәтелде, нигеҙҙә улар халыҡтың табиптарҙың ҡабул итеүе тураһында етерлек мәғлүмәткә эйә булмауына бәйле ине.

«Тар йүнәлешле белгестәр Сибайҙа күпме кәрәк, шунса эшләй. Республика учреждениелары белгестәренең 16 ғинуарҙан алып ҡабул итеүе — бер көнлөк кенә акция түгел, ә планға ярашлы консультация. Кәрәкле дарыуҙар етерлек күләмдә. Ҡалала 100-ҙән ашыу стационар койка әҙерләнгән, табиптарға мөрәжәғәт иткән һәр кем, кәрәк булһа, дауаханаға оҙатыла», — тине һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.

Белгестәр фекеренсә, Сибайҙа теркәлгән зарарлы матдәләр концентрацияһы киҫкен ағыуланыу сығанаҡтары булараҡ хәүеф менән янамай, әммә улар халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, тип билдәләне ул. Радий Хәбиров бигерәк тә үпкә ауырыуы менән сирләгән оло йәштәгеләргә һәм балаларға иғтибар биреүҙәрен, кәрәк булған осраҡта  уларға шифаханаларҙа ял итергә һәм дауаланырға тәҡдим итеүҙәрен һораны. Сибай мэры Рөстәм Афзалов һүҙҙәренсә, «Талҡаҫ» шифаханаһы һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты профилакторийы ҡала халҡын ҡабул итергә әҙер.

Башҡортостан етәксеһе Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшинға медицина учреждениеһының иң яҡшы тар йүнәлешле белгестәренән бригада төҙөргә һәм дүшәмбе, 21 ғинуарҙан, Сибайҙа уларҙың эшен ойошторорға ҡушты. Улар Башҡорт дәүләт медицина университеты ебәргән 5 педиатрға ҡушылырға һәм консультация биреү, кәрәк булһа, ҡала балаларын дауалау менән шөғөлләнергә тейеш.

«Сибай халҡына тиҙ, кәрәкле һәм квалификациялы медицина ярҙамын күрһәтеү зарур. Ҡалала кәрәкле белгестәр һаны етерлек булырға, табиптарға сират булмаҫҡа тейеш. Ошо хәлде беҙ күмәкләп хәл итергә бурыслы», — тине Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1262062-radiy-khabirov-zhiteli-sibaya-dolzhny-poluchat-bystruyu-neobkhodimuyu-medpomoshch/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть