Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡы баһаланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан статистиктары төбәктәге аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡын баһаланы.

9 ғинуар менән сағыштырғанда, республикала һыйыр ите, тауыҡ, сосиска, сарделька, бешерелгән колбаса, ҡаймаҡ, сыр, сәй, он, икмәк, печенье, дөгө, вермишель, макарон изделиелары, картуф, кәбеҫтә, һуған, кишер, помидор һәм алма ҡиммәтләнде. Бер аҙнала ошо продукттарҙың хаҡы 0,1-3,6 процентҡа артты.

Республикала айырыуса кишер ҡиммәтләнде — 3,6 процентҡа. Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәргә ошо йәшелсәнең килограмы уртаса 25 һумға төшә.

Был ваҡытта сусҡа ите, ярым ыҫланған һәм бешерелгән-ыҫланған колбаса, ит консервалары, туңдырылған балыҡ, аҡ май, көнбағыш майы, маргарин, һөт, эремсек, йомортҡа, шәкәр, шоколадлы кәнфиттәр, тоҙ, тары ярмаһы, ҡарабойҙай һәм яңы ҡыяр бер аҙ арзанайҙы. Бер аҙнала ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 0,1-ҙән алып 6,6 процентҡа тиклем төштө. Башҡаларға ҡарағанда яңы ҡыярҙың хаҡы кәмене — 6,6 процентҡа.  Әле уның бер килограмы уртаса 148 һум тора.

Ошо ваҡытта Башҡортостанда һарыҡ итенең хаҡы ғына үҙгәрмәне. Хәҙер республика халҡына һарыҡ итенең бер килограмы, һөйәкһеҙ иттән тыш, 370 һумға төшә, тип белдерҙе статистиктар.

http://www.bashinform.ru/news/1262005-v-bashkirii-otsenili-stoimost-produktovoy-korziny/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть