Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

«Евразия йөрәге» фестивале: Өфөлә Юрий Шевчук, Асҡар Абдразаҡов, Земфира һәм Алһыу сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә билдәле яҡташтарыбыҙ — Юрий Шевчук, Асҡар Абдразаҡов, Земфира, шулай уҡ Алһыу сығыш яһай. Йондоҙҙар алдан ризалығын бирҙе, тип хәбәр итте ойоштороусылар, даталар буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. «Голос» проекты финалсыһы Рушана Вәлиева ла өфөләргә йырларға вәғәҙәләне.

Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә симфоник оркестры (унда тағы бер яҡташыбыҙ — подполковник Азат Шаһмөхәмәтов эшләй), Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина етәкселегендәге «Рәсәй йырҙары» Бөтөн Рәсәй фестиваль-марафонын ойоштороусылар менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

12-15 июндә Өфөлә, Конгресс-холл янындағы Амфитеатрҙа, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙа. Йола буйынса, уның барышында Милли симфоник һәм Йәштәр симфоник оркестрҙары ҡатнашлығында Симфоник төн, фольклор төркөмдәре менән Этнотөн, Милли кейемдәр парадын уҙғарыу күҙаллана. Көндәрҙең береһендә республиканың 100 йыллығына бағышланған концерт була. Һәр көндөң форматы һәм йөкмәткеһе өҫтөндә эш бара.

http://www.bashinform.ru/news/1261931-festival-serdtse-evrazii-v-ufe-vystupyat-yuriy-shevchuk-askar-abdrazakov-zemfira-i-alsu/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть