Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Республикала киҙеүҙең тәүге осраҡтары теркәлде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Роспотребнадзор Башҡортостан биләмәһендә гриптың тәүге осраҡтары тураһында хәбәр итә. Ведомствола уларҙың ниндәй ҡалаларҙа лаборатор раҫланғаны тураһында әйтмәнеләр. Шулай уҡ республикала вирус инфекциялары менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Өлкәндәр араһында эпидемик сик 10% күтәрелде, ләкин хәл контролдә тотола, тине ведомствоның эпидемиологик күҙәтеү бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева.

Уның һүҙҙәренсә, 12900 самаһы кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләй, уларҙың 60% яҡыны – балалар. Был һандар декабргә ҡарағанда күпкә түбәнерәк. Яңы йыл алдынан республикала 18 меңләгән кешегә ошондай диагноз ҡуйылды.

Миҙгел алдынан киң күләмле вакцинация үткәреү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ауырыу кимәле түбән. Халыҡтың 45%, был иһә 1,8 миллион кеше, вирусҡа ҡаршы вакцина һалынды. Уҙған йылда республикала 1,6 миллион кешегә прививка яһалды.

Ғәҙәттәгесә, сирләүселәрҙең артыуы февралгә тура килә. Табиптар үҙаллы дауаланырға кәңәш итмәй. Ауырыуҙың билдәләләре күренеү һәм температура күтәрелеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡағыла. Бынан тыш, витаминдар һәм махсус препараттар эсергә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1261949-v-bashkirii-zafiksirovany-edinichnye-sluchai-grippa/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть