Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 2,3 мең инвалид эш тапты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Уҙған йылда Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәренә эш эҙләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән инвалидтарҙың күпселеге эшкә урынлаштырылды, тип белдерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында.

«Былтыр бөтәһе 3,8 мең инвалид мөрәжәғәт итте. Был 2017 йылға ҡарағанда 6 процентҡа күберәк. Уларҙың 2,3 меңен эшкә урынлаштыра алдыҡ, — тине Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.  — Эш тапҡан инвалидтарҙың өлөшө мөрәжәғәт иткәндәрҙең дөйөм һанынан 60 процент тәшкил итте.  2017 йыл менән сағыштырғанда, был 4 процентҡа күберәк».

Ведомствола билдәләүҙәренсә, эш биреүселәргә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн хеҙмәт урындарын ойоштороуға, шул иҫәптән инфраструктура булдырыуға һәм инвалидтарҙы эш урынына яраҡлаштырыуға сығымдар ҡаплана.

Әйтәйек, 2018 йылда инвалидтар өсөн 267 эш урыны булдырыуға республика ҡаҙнаһынан 21 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

Рәсәй Пенсия фондының 2018 йылдың 1 ноябренә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштәге 74,7 мең инвалидтың 16 меңдән ашыуы, йәки 22 процентҡа яҡыны эшләне.

http://www.bashinform.ru/news/1261589-s-pomoshchyu-sluzhby-zanyatosti-bashkirii-nashli-rabotu-2-3-tysyachi-invalidov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть