Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.54 ↓

EUR 74.29 ↑

22 февраль, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Ростов өлкәһендәге фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев исеменә телеграмма ебәрҙе. Унда Радий Хәбиров 14 ғинуарҙа Шахты ҡалаһында булған фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерә.

«Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм үҙемдең исемдән Шахты ҡалаһындағы йортта көнкүреш газы шартлау һөҙөмтәһендә ғүмерҙәре өҙөлгән кешеләрҙең ғаиләләре, яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ Ростов өлкәһендә йәшәүселәр менән бергә ҡайғырабыҙ. Ошо фажиғәлә яҡындарын юғалтҡандарҙың һәммәһенә лә беҙҙең ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткереүегеҙҙе һорайым. Зыян күргәндәрҙең тиҙ арала һауығыуҙарын теләйем», — тиелә телеграммала.

Дүшәмбе Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһындағы күп ҡатлы йортта көнкүреш газы шартланы. Һигеҙенсе һәм туғыҙынсы ҡаттар өлөшләтә емерелде: 16 фатир зыян күрҙе. Емереклектәр аҫтында биш кешенең йәнһеҙ кәүҙәһе табылды. Ете кеше ҡотҡарылды.

16 ғинуар Ростов өлкәһендә матәм көнө тип иғлан ителде.    

http://www.bashinform.ru/news/1261629-radiy-khabirov-vyrazil-soboleznovaniya-v-svyazi-s-tragediey-v-rostovskoy-oblasti/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть