Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70 ↑

EUR 75.24 ↓

16 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфө ҡыҙы Юлия Гамаева — Беренсе каналда яңылыҡтар хеҙмәте алып барыусыһы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфө ҡыҙы Юлия Гамаева Беренсе каналдың иртәнге төбәк яңылыҡтары менән таныштыра башланы. Был хаҡта ҡыҙ практика үткән Башҡортостан юлдаш телеканалында хәбәр иттеләр.

Юлия Гамаева Санкт-Петербург университетының журналистика факультетын тамамлаған. Республиканың төп телеканалында практика үткәндән һуң ҡыҙ «100 ТВ» телеканалының спорт редакцияһында эшләй, Life78 телеканалында яңылыҡтар алып бара, тура эфирҙа эшләй һәм автор программаһын әҙерләй.

2017 йылдың яҙында Юлия Беренсе каналға эшкә күсә, яңылыҡтар мөхәррире була. Хәҙер Юлия Гамаева кадрҙа күренде. Уның әйтеүенсә, уға илдең бөтә сәғәт бүлкәттәрен тиерлек уятыуы оҡшай. Ҡыҙҙың тапшырыуҙар зонаһына туғандары һәм яҡындары йәшәгән Башҡортостан да инә.

http://www.bashinform.ru/news/1261447-ufimka-yuliya-gamaeva-nachala-rabotat-vedushchey-pervogo-kanala/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть