Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70 ↑

EUR 75.24 ↓

16 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүсе тотолдо

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Стәрлетамаҡта 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүсе тотолдо. Тәфтиш комитетының республика идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, 2 ғинуарҙа ир өйөнә ҡайтып килгән үҫмергә ташланған.

«Хәбәрҙән һуң ваҡиға урынына тиҙ арала территориаль тәфтиш бүлеге тикшереүселәренән, Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығы тәфтишсе-криминалистарынан, шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәренән торған тәфтиш-оператив төркөм барып етте», — тип һөйләнеләр ведомствола.

Криминалистар һәм полицейскийҙар педофилды эҙләү иғлан итте. Ғәйепләнеүсенең таныштарынан һорау алыу үткәрелде һәм енәйәтсенең ҡайһы урында булыуы мөмкин икәнлеге асыҡланды. Ул Нефтекама ҡалаһында табылды.

«2019 йылдың 14 ғинуарында полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене Нефтекама урамдарында тотто һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының тәфтиш бүлегенә тапшырҙы. Тикшереү барышында ир үҙ ғәйебен таныны», — тип хәбәр итте тәфтишселәр.

Республика Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, енәйәтсе  — Башҡортостандың Стәрлебаш районынан 39 йәшлек ир, ул быға тиклем дә хөкөм ителгән булған.

Әле ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

http://www.bashinform.ru/news/1261454-v-bashkirii-zaderzhali-podozrevaemogo-v-iznasilovanii-15-letney-devochki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть