Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфө зонаһы буйынса төбәк операторына мессенджер аша сүп-сар сығарыу проблемалары тураһында хәбәр итергә мөмкин

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

1-се зона буйынса (уға Өфө һәм эргә-тирәләге 14 район инә) төбәк операторы, «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» предприятиеһы яңы мобиль сервис индерҙе. Уға ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигын боҙоу һәм рөхсәт ителмәгән сүплектәр тураһында хәбәр итергә мөмкин.

Асыҡланған проблемалар хаҡында фото-видео мөрәжәғәттәрҙе WhatsApp һәм Viber мессенджерҙары аша 8-986-704-40-88 номерына ебәрергә була.

Хәбәрҙә ҡыҫҡаса мәсьәләнең асылын һәм инциденттың урынлашҡан урынын күрһәтергә кәрәк. Мәғлүмәт эшкәртелә һәм предприятиеның тейешле хеҙмәттәренә ебәрелә. Алынған һәр мәғлүмәт ваҡытында аныҡ саралар күрергә ярҙам итергә тейеш.

Ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторының хеҙмәтләндереү зонаһына Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары инә.

http://www.bashinform.ru/news/1261365-regoperatoru-po-ufimskoy-zone-mozhno-soobshchat-o-problemakh-po-vyvozu-musora-cherez-messendzher/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть