Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70 ↑

EUR 75.24 ↓

16 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфө фатирға иң юғары хаҡ буйынса 10 миллионлы ҡала иҫәбенә инде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Domofond.ru күсемһеҙ милек порталы аналитиктары Рәсәй ҡалаларында яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙарға хаҡтар динамикаһын иҫәпләне.

2018 йылдың декабрендә квадрат метрҙың хаҡы буйынса Мәскәү алдынғы урынды бирмәне. Йыл аҙағына яңы йорттарҙа «квадрат» хаҡы илдең баш ҡалаһында яҡынса 210 мең һум тәшкил итте.

Икенсе урында — Ҡырымдың Алушта ҡалаһы. Бында бер квадрат метр өсөн уртаса 124,5 мең һум һорайҙар.

Өсөнсөлә — Санкт-Петербург (118,7 мең һум).

Миллионлы ҡалаларҙа яңы төҙөлгән йорттарҙа торлаҡ хаҡы

Миллионлы ҡалалар рейтингында тәүге ике урын үҙгәрмәне: Мәскәү һәм Санкт-Петербург. 2018 йыл йомғаҡтары буйынса өсөнсө урынды Ҡазан алды. Татарстандың баш ҡалаһында яңы һалынған йортта бер квадрат метр 76,6 мең һумға етте.

Дүртенсе урында Екатеринбург — бер «квадрат» өсөн 70,5 мең һум.

Тәүге бишәү исемлегенең аҙағында Түбәнге Новгород  — 67,8 мең һум.

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө рейтингта алтынсы баҫҡысты биләй. Яңы төҙөлгән йортта бер квадрат метрҙың хаҡы уртаса 65,4 мең һумға баһалана.

http://www.bashinform.ru/news/1261306-ufa-voshla-v-top-10-gorodov-millionikov-po-samym-vysokim-tsenam-na-kvartiry-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть