Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70 ↑

EUR 75.24 ↓

16 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Хеҙмәт министрлығы эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләмен атаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме декабрҙә 4 073 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 42,9% тәшкил итте.

«Төбәктә минималь күләмдә эшһеҙлек  пособиеһын алыусыларҙың өлөшө — 34,9%, ә максималь пособие алыусылар — 55,4%», — тип белдерҙе республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.

Дөйөм алғанда, 2018 йылда Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме 4 130 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 43,5% булды. Минималь күләмдә эшһеҙлек пособиеһын алыусыларҙың өлөшө 31,9% тәшкил итте, ә максималь пособие алыусылар — 55,2%.

Хеҙмәт министрлығының 2018 йылдың 1 декабренә мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда «рәсми» эшһеҙҙәр һаны яҡынса 18,5 мең кеше булған. Был йыл башына ҡарағанда 2,2 мең кешегә аҙ.

Эшсе көсөн һуңғы тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы (2018 йылдың август-октябрь айҙары), Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса республикала эшһеҙҙәр һаны 94 мең кешенән ашҡан. Был бер йыл элекке менән сағыштырғанда 17,6% түбән.

Мәшғүл халыҡ һаны 1 миллион 860 мең кешенән ашыуыраҡ булған, был халыҡ мәшғүллеге кимәленә 56,6% тап килә.

http://www.bashinform.ru/news/1261298-mintrud-bashkirii-nazval-sredniy-razmer-posobiya-po-bezrabotitse/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть