Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70 ↑

EUR 75.24 ↓

16 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Республика етәксеһе Сибайҙағы экологик мәсьәләне хәл итеүгә ике аҙна ваҡыт бирҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайҙағы экологик мәсьәләне хәл итеүгә ике аҙна ваҡыт бирҙе. Был хаҡта республика етәксеһе «Фейсбук»тағы сәхифәһендә хәбәр итте.

«Сибайҙа йәшәүселәргә, һис шикһеҙ, ярҙам кәрәк. Республиканың улар менән бергә икәнен, яныуҙы бөтөрөү өсөн көстөң һәм аҡсаның етерлек булыуын, ошо хәлдең килеп тыуыуына сәбәпсе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалын эҙемтәләрҙе сифатлы, яуаплы һәм сығымдар менән иҫәпләшмәйенсә бөтөрөүен мәжбүр итәсәгебеҙҙе аңлау», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, әле ҡалала медицинаны көсәйтелгән эш режимына күсереү бик мөһим.

«Шуға күрә бөгөндән юғары квалификациялы медиктар бригадаһы эшләй, ә иртәгә тар йүнәлешле белгестәр — аллерголог, лор һәм башҡалар килә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан етәксеһе. — Әлбиттә, был хәл тураһында объектив мәғлүмәт кәрәк. Ул бирелә башланы ла инде. Мин проблеманы ике аҙна эсендә бөтөрөү бурысын ҡуйҙым. Үҙем контролдә тотам. Республикала йәшәүселәрҙе ауырлыҡтар алдында яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ тип күп һөйләнем, һәм был ошо һүҙҙе тотоуға сираттағы һынау. Ул да бынан алдағылары кеүек үк уңышлы үтер».

«Башинформ», агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында уҙған йылдың ноябренән ҡалала юғары әҙерлек режимының ғәмәлдә булыуына бәйле  Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Ташландыҡ баҡыр ятҡылығында мәғдән әселәнеү сәбәпле һауа зарарлы газдар менән бысранды.

http://www.bashinform.ru/news/1261268-rukovoditel-bashkirii-dal-dve-nedeli-na-reshenie-ekologicheskoy-problemy-v-sibae/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть