Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70 ↑

EUR 75.24 ↓

16 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда юл фажиғәһендә зыян күргән ғаиләгә ярҙам кәрәк: ата-әсә йәрәхәтләнгән, ҡыҙҙары комала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән ғаиләгә ярҙам кәрәк. Ата-әсә һәм уларҙың ике балаһы йәрәхәтләнгән.

Авария 13 ғинуарҙа Туймазы районында булған, өс автомобиль — Лада Калина, Hyundai Solaris һәм Toyota Corolla бәрелешкән. Беренсе машиналағы ике кеше урында һәләк булған, икенсеһендә Собханғол ауылынан ике ҡыҙҙары менән Яҡуповтар ғаиләһе ултырған. Уларҙың бөтәһе лә төрлө йәрәхәттәр алған, балалар хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән.

«Башинформ» агентлығына ғаилә башлығы Венер Яҡупов һөйләүенсә, ошо шәмбе кисендә улар Туймазы районының Собханғол ауылынан Ҡандра ауылында йәшәгән ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа китеп барған. Ҡаршыға сыҡҡан Лада Калина менән ҡапма-ҡаршы бәрелешкәндәр, шунан һуң уларҙы арттан килгән Toyota Corolla төкөгән. Автомобиль юлдан ситкән сығып осҡан. Ата-әсә һәм уларҙың балалары ныҡ йәрәхәтләнгән. 39 йәшлек ҡатындың хәүефһеҙлек ҡайышы тартылыуҙан нәҙек эсәге биш урындан тишелгән, терһәге һынған, ике умыртҡаһы сатнаған. Шул уҡ көндә уға операция яһағандар, әле ул хирургияла ята. 40 йәшлек ирҙең уң аяғы, ҡулы һынған, умыртҡаһы сатнаған. Алты йәшлек ҡыҙҙың ике аяғы һынған, балаға операция яһарға тейештәр. Айырыуса 13 йәшлек Диана зыян күргән. Ул башы менән бәрелгән, ярсыҡ мейе ҡабығына тейгән. Өфөнән килгән нейрохирургтар ярсыҡты алған, хәҙер үҫмер яһалма кома хәлендә. Табиптар уны баш ҡалаға күсереү өсөн хәленең тотороҡланыуын көтә.

«Табиптар бер ниндәй ҙә фараз бирмәй, мейе зыян күргән бит, оҙайлы реабилитация кәрәк», — ти Венер.

Ғаилә вайымһыҙ булмаған кешеләрҙән баланы реабилитациялауҙа ярҙам күрһәтеүҙәрен үтенә. Карта беркетелгән телефон номеры: 8 (927) 305-34-75, картаның номеры 4276 0600 2178 6994, алыусы Венер Яҡупов.

http://www.bashinform.ru/news/1261074-v-bashkirii-trebuetsya-pomoshch-seme-postradavshey-v-dtp-roditeli-travmirovany-doch-v-kome/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть