Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфө ЮХХДИ-һы «Йәйәүле» операцияһын уҙғара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфө ЮХХДИ-һы баш ҡалала «Йәйәүле» иҫкәртеү операцияһын уҙғара. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, саралар йәйәүлеләрҙең, шулай уҡ водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймауға һәм иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

«2018 йылда Өфө юлдарында йәйәүлеләрҙе бәрҙереүҙең 666 осрағы теркәлгән, 40 кешенең ғүмере өҙөлгән, 661-е йәрәхәтләнгән. Дөйөм һандан йәйәүлеләр ғәйебе менән генә 251 юл фажиғәһе булған, 32 кеше үлгән, 228-е яраланған. Йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы аварияларҙың 60% ҡараңғы ваҡытта теркәлә, шуға күрә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙы ҡулланырға кәңәш итәбеҙ», — тип хәбәр иттеләр Өфө ЮХХДИ-да.

Ведомствола шулай уҡ уҙған йылда Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең йәйәүлеләрҙең 2486 (+62) һәм водителдәрҙең 6215 (-1061) ҡағиҙә боҙоу осрағына юл ҡуймауы хаҡында өҫтәнеләр.

«Йәйәүле» операцияһы ағымдағы йылдың 31 ғинуарына тиклем дауам итә.

http://www.bashinform.ru/news/1261097-gibdd-ufy-provodit-operatsiyu-peshekhod/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть