Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70 ↑

EUR 75.24 ↓

16 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Сибайҙағы төтөн тураһында: Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты күргән саралар етерлек түгел

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

15 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты («Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы) һәм ҡала етәкселеген ҡалала экологик именлекте тәьмин итеү буйынса тейешле саралар күрмәүҙәре өсөн ҡаты тәнҡитләне.

«Сибайҙа һауаның бысраныуы халыҡты ныҡ борсоуын күрәбеҙ, — тине Хәбиров.  — Кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында ошо мәсьәләне тикшерҙек, был хәл мине хәүефләндерә. Халыҡ зарлана, проблема бар. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәкселеге күргән саралар етерлек түгел — хәлгә етдиерәк ҡарарға кәрәк».

«Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинов әйтеүенсә, әле төтөн менән ҡапланған участок 2000 квадрат метр тәшкил итә, унан алда 6000 квадрат метр ине.

«Беҙ быҫҡып янған сығанаҡтың температураһын үлсәйбеҙ, дөрөҫөндә, әлегә уны онлайн режимда билдәләй алмайбыҙ, компьютер эшкәртеүе режимында ғына, — тине Биккинов. — Йә карьер төбөндә, йә булмаһа өҫтә — ҡарау майҙансығында елләтеү ҡулайламаһын ҡуйыу мөмкинлеген өйрәнәбеҙ».

Асыҡланыуынса, елләтеү ҡулайламаһын ҡуйыу өсөн иҫәп-хисап эштәре башҡарылмаған да.

Сибайҙа йәшәүселәр Радий Хәбировҡа һауала зарарлы матдәләр концентрацияһының артыуы тураһында һуңлап хәбәр итеүҙәренә зарланды. Мәҫәлән, кисә иртәнге төтөн хаҡында көндөҙгө сәғәт 3-тә генә әйткәндәр, ә бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙәге бысраныу тураһында халыҡҡа һаман хәбәр килмәгән.

«Төтөн ҡаплаһа, өйҙән сыҡмайбыҙ һәм форточканы ябабыҙ», — тине улар.

Ҡала башлығына мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров Сибай Мэры Рөстәм Афзаловтың халыҡ араһында аңлатыу эштәрен бик сифатһыҙ алып барыуын билдәләне.

«Уларға аңлатырға һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирергә кәрәк, — тине ул. – Халыҡ һауалағы зарарлы матдәләр сиге ниндәй икәнен аңлаһын өсөн мотлаҡ рәүештә атмосфераға сығарылған зарарлы матдәләрҙең асыҡ мониторинг системаһын эшләрбеҙ».

Республика етәксеһе бөгөндән урындағы хакимиәт эшен штаб режимына күсерҙе, иртәле-кисле бысратыусы матдәләрҙең концентрацияһы һәм күрелгән саралар тураһында доклад яһалырға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибайҙа уҙған йылдың ноябренән юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә. Ташландыҡ баҡыр ятҡылығында мәғдән әселәнеү сәбәпле һауа зарарлы газдар менән бысранды.

Ҡала халҡына урамға сығырға тырышмаҫҡа, респираторҙар, бәйләместәр кейергә, күҙҙәрҙе, танауҙы һәм ауыҙҙы һыу менән сайҡатырға, бинала һауаны дымландырырға һәм күп итеп һыу эсергә кәңәш итәләр.

http://www.bashinform.ru/news/1261031-r-khabirov-mer-predprinimaemykh-ugokom-v-sibae-nedostatochno/

                        

Теги: Сибай
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть