Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙе компенсациялау хәҙер пенсия алды йәшендәгеләргә ҡағыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда яңы йылдан күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн түләүҙе компенсациялау пенсия алды йәшендәге граждандарға ҡағыла, тип хәбәр итә республиканың Хеҙмәт министрлығы.

Компенсация 70 йәшкә еткән, яңғыҙ йәки эшләмәгән пенсия алды йәшендәге граждандарҙың (ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 55 йәш, ир-егеттәргә 60 йәш) йә булмаһа I һәм II төркөм инвалидтары ғаиләһендә йәшәгән милек эйәләренә бирелә. Шулай итеп, льготаның йәш кимәле һаҡлана: бынан алда ул 70 йәшен уҙған, яңғыҙ йәки пенсия йәшендәге кешеләр менән йәшәгән милекселәргә ҡағыла ине.

2018 йылда илдә пенсия реформаһы башланды. Уның буйынса ҡатын-ҡыҙҙар  — 60, ә ир-егеттәр 65 йәштән хаҡлы ялға сыға.

70 йәшкә еткән граждандарға — 50% күләмендә, 80 йәше тулғандарға 100 процентлыҡ компенсация ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1260983-v-bashkirii-kompensatsiya-vznosov-na-kapremont-teper-zatragivaet-predpensionnikov-/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть