Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Испанияла «Бәләкәй шаһзат» китабы башҡорт телендә донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Испанияла Антуан де Сент-Экзюпериҙың «Бәләкәй шаһзат» китабы башҡорт телендә нәшер ителде. Уны авторҙың үҙенсәлекле һүрәттәре биҙәй. Хәҙер баҫма бөтә донъяла популярлыҡ яулаған аллегорик повесть коллекционерҙары китапханаларын тулыландыра.

Тәржемәсеһе — эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәхәтсе, башҡорт телен популярлаштырыу буйынса бик күп акциялар ойоштороусы Денис Өмөтбаев. Ошо көндәрҙә ул Испаниянан 20 китаптан торған посылка алды. Китапты нәшер итеүсе менән килешеү буйынса, Денис уларҙы һатмай, ә тарата.

«Ошо китаптың темаһы буйынса балалар өсөн ижади конкурс уҙғарырға йыйынам. Ҡатнашырға теләгән уҡыусылар, повестың теләһә ниндәй бүлеген сәхнәләштереп, бер минутлыҡ видеоролик төшөрөргә һәм интернетҡа һалырға тейеш. 10 ижади командаға китап бүләк итәм», — тине Денис.

Ҡалған даналарҙы ул дуҫтарына, кескәй туғандарына бүләк итергә һәм «Тамыр» телерадиостудияһына тапшырырға уйлай.

«Бәләкәй шаһзат» китабы ҡулыма өлкәнәйгәс кенә килеп эләкте, үҙем өсөн өр-яңы, эскерһеҙ, ихлас донъя асҡандай булдым, — тип һөйләй Денис. — Ошо асыштарым менән уртаҡлашҡым килде. Шул саҡта «Бәләкәй шаһзат»ты башҡорт теленә тәржемә итергә ҡарар иттем. Ата-әсәләре туған телендә китап уҡыған балалар өлкәндәр һәм кескәйҙәр араһындағы мөнәсәбәттәр, мөхәббәт, изгелек, ихласлыҡ төшөнсәләре тураһындағы белемде үҙ телендә алһын тип тырыштым».

Денис популяр повесты йыл буйына тәржемәләгән. Уның әйтеүенсә, һүҙҙәрҙе бик уйлап, эҙләп, кәңәшләшеп тәржемә иткән. Һуңынан әҫәрҙе интернетҡа һалған. Донъя селтәре киңлегендә уға Испания коллекционеры яҙған.

«Ул ер йөҙөндә Бәләкәй шаһзат һөйләшкән тағы бер телдең барлығын белгәс, һоҡланыуын белдерҙе. Шәхси коллекциялар өсөн китапты нәшер иткәндә минең тәржемәмде файҙаланыуға рөхсәт һораны. Европала башҡорт телендәге тағы ла бер китаптың таралыуына, әлбиттә, ризалыҡ бирҙем», — ти Денис.

Киләсәктә Денис китапты ҙур тираж менән сығарырға уйлай. Күпләп нәшер итеү өсөн уға профессиональ корректор кәрәк. Тәржемәсе Европа фондтарынан популяр китапты баҫтырыу тураһында тәҡдимдәр алған.

Бынан алда «Башинформ» Ирландияла Льюис Кэрролдың «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» китабының башҡорт телендә нәшер ителеүе хаҡында яҙғайны. Тәржемәсеһе — танылған яҙыусы, профессиональ тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡова.

http://www.bashinform.ru/news/1260908-kniga-malenkiy-prints-izdana-v-ispanii-na-bashkirskom-yazyke/

                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть