Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә хәтер кисәһендә «башҡорт Левитаны» Әхәт Мортазинды иҫкә алалар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «башҡорт Левитаны» Әхәт Мортазинды иҫкә алалар. Был турала  «Юлдаш» радиоһынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостандың легендар дикторы, халыҡ артисының тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе 6 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Сараға уның яҡындары, дуҫтары, коллегалары һәм талантын һөйөүселәр йыйыла. Киске сәғәт 7-лә башлана.

Әхәт Мортазинды «Башҡортостандың алтын тауышы» тип йөрөттөләр. Уның матур, бәрхәт тауышын тыңлаусылар яңылыҡтар, көнүҙәк репортаждар аша белә ине, ул күп кенә ваҡиғаларҙан, байрамдарҙан тура трансляциялар, хөкүмәт сараларын һәм концерттар алып барҙы. Диктор бер йыл самаһы элек, 2018 йылдың 13 мартында, ҡапыл вафат булды.

http://www.bashinform.ru/news/1259802-v-ufe-na-vechere-pamyati-budut-vspominat-bashkirskogo-levitana-akhata-murtazina/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть