Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

Таһир Ибраһимов «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры вазифаһынан бушатылды

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Салауат Юлаев» хоккей клубында Таһир Ибраһимовты генераль директор вазифаһынан бушаттылар. Эштән ебәреү тураһында рәсми ҡағыҙға 10 ғинуарҙа республика Хөкүмәте Йортонда ҡул ҡуйҙылар.

Таһир Ибраһимов «Салауат Юлаев» хоккей клубы генераль директоры вазифаһына 2017 йылдың мартында тәғәйенләнгәйне. Уға тиклем ул Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә эшләне һәм хоккей клубында етәксе вазифаһында Валерий Нургутдиновты алмаштырҙы.

11 ғинуарҙан «Салауат Юлаев» хоккей клубы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы итеп элекке башҡарма директор Александр Курносов тәғәйенләнде.

Белешмә

Курносов Александр Евгеньевич, 1979 йылда Һамарҙа тыуған.

Белеме: Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты, 1996-2001.

Карьераһы: 2001-2016 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарында, 2016 йылдан әлеге көнгә тиклем «Салауат Юлаев» хоккей клубы системаһында эшләй.

Ғаилә хәле: өйләнгән, ике ҡыҙ тәрбиәләй.

http://www.bashinform.ru/news/1259251-ofitsialno-tagir-ibragimov-osvobozhden-ot-dolzhnosti-gendirektora-khk-salavat-yulaev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть