Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.51

EUR 74.33

24 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөләрҙе «Беренсе чемпион Ғабдрахман Ҡадиров» фильмының премьераһына саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөләрҙе «Беренсе чемпион Ғабдрахман Ҡадиров» фильмының премьераһына саҡыралар. 2016 йылда «Башҡортостан» киностудияһында режиссер Радик Килмәмәтов төшөргән ҡыҫҡа метражлы фильм билдәле совет мотоуҙышсыһына арналған.

«Башҡортостандың йөҙ исеме» проекты сиктәрендәге презентация 29 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа. Кисәлә сәхнә йондоҙҙары — күренекле спортсының хәләл ефете Нәзифә Ҡадирова, уның дуҫтары, йырсылар Иҙрис Ғәзиев, Геннадий Родионов, Александр Лынник, Рәмил Бәҙәмшин сығыш яһай, уҡыусылары һәм Ғ. Ҡадиров исемендәге клуб ағзалары килә. Махсус ҡунаҡ — боҙҙа мотоуҙыш буйынса күп тапҡыр Рәсәй һәм донъя чемпионы Николай Красников.

Фойела спортсының мотоциклынан һәм уның шәхси архивындағы фотоларҙан үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторола.

Ғабдрахман Ҡадиров — СССР-ҙа берҙән-бер боҙҙа мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионы, команда ярыштарында өс тапҡыр СССР чемпионы. Ун йылдан ашыу СССР йыйылмаһы өсөн сығыш яһай, һуңынан унда өлкән тренер булып эшләй, Өфөнөң «Башҡортостан» командаһы менән күнекмәләр үткәрә. 1993 йылдан алып Өфөлә Ғабдрахман Ҡадиров иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1258805-ufimtsev-priglashayut-na-premeru-filma-pervyy-chempion-gabdrakhman-kadyrov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть