Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбиров губернаторҙарҙың милли рейтингында 11-се урынды алды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018 йыл йомғаҡтары буйынса губернаторҙарҙың милли рейтингында 11-се урынды алды. «Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге эксперт берләшмәһе вәкилдәренән һорау алыу уҙғарҙы. Мәскәү мэры Сергей Собянин анкета һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды яуланы. Тәүге өсәү иҫәбендә шулай уҡ Төмән өлкәһе губернаторы Александр Моор һәм Тула өлкәһе башлығы Алексей Дюмин бар.

Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре араһында Радий Хәбиров, эксперттар фекеренсә, Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановтан ҡала икенсе урынды биләй.

«Радий Хәбиров төбәккә оҙаҡҡа килгән харизмалы һәм абруйлы сәйәсмән булып күренә. Ысынлап та, Хәбировтың идара итеү компетенциялары кимәле шик тыуҙырмай. Муниципаль, төбәк, федераль кимәлдәрҙә эшләү тәжрибәһе, шулай уҡ академик нигеҙе булыуы, һис шикһеҙ, уны көсәйтә», — тип билдәләне политолог Дмитрий Михайличенко.

Эксперт һүҙҙәренсә, яңы башлыҡтың тәүге айҙарҙа административ элитаны күләмле (тоталь тип әйтерлек) алмаштырыуы Хәбировтың Хәмитов дәүерендәге идара итеү системаһының төп элементтарына ышанмауы хаҡында һөйләй.

«Ябай граждандар күҙлегенән яңы административ элитаның һөҙөмтәлерәк булырмы, юҡмы икәнен ҡарарбыҙ. Был Рәсәй Федерацияһының ҡатмарлы күп милләтле төбәге етәксеһе булараҡ Радий Хәбировтың һөҙөмтәлелек күҙлегенән дә төп мәсьәлә булып тора. Әлегә уның нимә эшләргә кәрәклеген белеүе күренә», — тине Дмитрий Михайличенко.

Милли рейтингта һуңғы урындарҙы Волгоград һәм Мурманск өлкәләре губернаторҙары Андрей Бочаров һәм Марина Ковтун, Хакасия башлығы Валентин Коновалов биләй.

http://www.bashinform.ru/news/1255580-radiy-khabirov-zanyal-11-mesto-v-natsionalnom-reytinge-gubernatorov-po-itogam-2018-goda/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть