Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.26 ↓

EUR 73.49 ↑

22 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәрен туғандаш ҡалалар тураһында конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

«Донъяны танып бел. Туғандаш ҡалаларҙан башла!» — Википедияла туғандаш һәм партнер ҡалалар тураһында мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарын тулыландырыу буйынса конкурс-марафон шулай тип атала. Ул 2019 йылдың 1 мартына тиклем дауам итә. Конкурсты «Викимедиа РУ», Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Леонид Шафиров, Почетлы граждандар, остаздар һәм һәләтле йәштәр ассоциацияһы, шулай уҡ «Донская группа викимедийцев» ирекмәндәр төркөмө ойошторған. Ойоштороусылар еңеүселәргә Википедиянан бүләктәр вәғәҙәләй.

«Башҡортостан һәм Башҡорт Википедияһы өсөн был конкурста айырыуса туғандаш ҡалалар илдәренең рәсми телдәрендә (төрөк, немец, ҡытай, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, белорус, ғәрәп, абхаз, япон, фин) Рәсәй ҡалалары тураһында мәҡәләләр ҡатнашҡан 2-се номинация мөһим. Шуның менән бергә 3-сө номинацияла сит илдәрҙәге туғандаш ҡалалар хаҡында Рәсәй халыҡтары телдәрендә, мәҫәлән башҡортса яҙылған мәҡәләләр ҡатнаша. Команда менән бергә уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге лә бар», — тине «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев һәм ошо конкурсты Башҡортостанды, башҡорт телен популяр интернет энциклопедияла үҫтереү өсөн файҙаланырға саҡырҙы.

Википедия мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың сит илдәрҙәге туғандаш һәм партнер ҡалалары: Өфө — Анкара (Төркиә), Галле (Германия), Шэньян (Ҡытай), Хэфэй (Ҡытай), Цицикар (Китай), Наньчан (Китай), Астана (Ҡаҙағстан), Бишкек (Ҡырғыҙстан), Минск (Белоруссия), Маскат (Оман), Лейпциг (Германия), Сухум (Абхазия), Китакюсю (Япония), Мерсин (Төркиә), Павлодар (Ҡаҙағстан), Чунцин (Ҡытай); Салауат — Порвоо (Финляндия), Хемниц (Германия); Октябрьский — Карамай (Ҡытай).

http://www.bashinform.ru/news/1255220-volonterov-bashkirskoy-vikipedii-priglashayut-k-uchastiyu-v-konkurse-o-gorodakh-pobratimakh/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть