Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.20 ↑

EUR 70.67 ↓

14 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

2019 йылдан базалы йәки профилле математиканың береһен генә тапшырырға мөмкин – яңы ҡағиҙәләр раҫланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

2019 йылда уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханын һәм төп дәүләт имтиханын яңы ҡағиҙәләр буйынса тапшыра: Росборнадзор дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүҙең яңы тәртибен раҫланы.

Ун беренселәр өсөн иң мөһим үҙгәреш — математика буйынса имтиханда. Әгәр уҙған йылдарҙа сығарылыш уҡыусылары был фәнде база һәм профилле кимәлдәрҙә тапшыра алһа, хәҙер улар берәүҙе генә һайларға тейеш. Шуның менән бергә математиканан берҙәм дәүләт имтиханында насар билдә алған осраҡта һынауҙы резерв көндәрҙә ҡабаттан биреү өсөн алдан һайланған кимәлде үҙгәртергә мөмкин.

Элекке йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар вузға уҡырға инеү өсөн профилле математиканы ғына һайлай ала.

Сит телдәр буйынса имтихандарҙа ла яңылыҡ бар. Киләһе йылда инглиз, немец, француз һәм испан телдәре менән рәттән уҡыусылар ҡытай телен дә тапшырыу хоҡуғына эйә.

Хәҙер информатиканан берҙәм дәүләт имтиханын ҡағыҙ бланктарҙы ҡулланмайынса компьютер формаһында бирергә була.

Төп дәүләт имтиханында мөһим үҙгәреш — рус теленән йомғаҡлау әңгәмәһе. Уны уңышлы үтеү дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына инеү өсөн төп шарт булып тора.

Йомғаҡлау әңгәмәһе февралдең икенсе шаршамбыһында уҙғарыла. «Икеле» билдәһен алған йәки кисерерлек сәбәп буйынса әңгәмәгә килмәгән ҡатнашыусылар өсөн өҫтәмә ваҡыт ҡаралған — марттың икенсе шаршамбыһы һәм майҙың тәүге эш дүшәмбеһе.

Ике осраҡта ла ғариза биргәндә имтихан биреүсе ҡатнашыу ваҡытын (ваҡытынан алда, төп, өҫтәмә) күрһәтергә тейеш. Сентябрҙә һынауҙы ҡабаттан тапшырыу өсөн ғариза яҙыу ваҡыты билдәләнгән – имтихандар башланғанға тиклем ике аҙна алдан.

Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар хәҙер берҙәм тәүләт имтиханында ҡатнашыуға ғариза биргәндә аттестаттың төп нөсхәһен түгел, ә уның раҫланған күсермәһен күрһәтә ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Росборнадзор идаралығында.

http://www.bashinform.ru/news/1253580-s-2019-goda-nelzya-sdavat-i-bazovuyu-i-profilnuyu-matematiku-utverzhdeny-novye-pravila-/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть