Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.66 ↓

EUR 73.36 ↑

19 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына алданған өлөшсөләр өсөн «рәхмәт белдерҙе»

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

25 декабргә тиклем республикала алданған өлөшсөләр өсөн биш күп фатирлы йортто файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев хәбәр итте.

«17 декабргә ҡарата төбәктә 97 проблемалы йорт иҫәпләнә. 2700 кеше алданған өлөшсөләр реестрына индерелгән, был һан артыуын дауам итә», — тип билдәләне ведомство башлығы.
Уның һүҙҙәренсә, 2018 йылдың 11 айында 11 йорт проблемалылар исемлегенән алынған, уларҙың күбеһе Өфө районында, Өфөлә, Салауатта һәм Нефтекамала урынлашҡан. 674 алданған өлөшсө күптән көткән фатир асҡыстарына эйә булған.

Өфөлә, «Көмөш шишмә» биҫтәһендә, 25 декабргәсә Дағстан урамындағы 7-се һәм Яңы Булгаковтың алданған өлөшсөләре өсөн дүрт йортто файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.

2019 йылдың ғинуар-февралендә Өфө районы «Миловка паркы»ндағы өс йортта төҙөлөш эштәрен тамамлау күҙаллана. 230 алданған өлөшсө фатир асҡыстарын алырға тейеш.

2019 йылдың июль-авгусына ҡасандыр «Йәштәр» биҫтәһенән алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан «Миловка паркы»нда фатир һатып алғандар араһынан 400 кешене күсереү планлаштырылған.

2019 йылда алданған өлөшсөләр өсөн бөтәһе 64 күп фатирлы йорт төҙөүҙе тамамлау ҡаралған.

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, алданған өлөшсөләргә биш йортто тапшырыу «ҙур уңыш ттип әйтә алмайым, әммә алға китеш бар».

«2019 йылда 64 йортто тапшырабыҙ — амбициялы бурыс. Ләкин ҡайһы бер йорттар буйынса финанс схемалары һаманғаса юҡ. Шуға күрә киләһе дүшәмбелә ошо ябай булмаған хәлде хәл итеүҙең финанс-иҡтисади механизмдарын күрһәтеүегеҙҙе һорайым. Артабан ҡайҙа табан барыуыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ, — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. — Хакимиәт башлыҡтары мине ишетәлер тип ышанам. Алданған өлөшсөләр өсөн йорттар төҙөүгә рөхсәтте Невоструев бирмәгән. Был ваҡытта мин бына түгел инем. Хөрмәтле коллегалар, һеҙ рөхсәт биргәнһегеҙ».

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һүҙҙәренсә, республиканың алданған өлөшсөләр темаһын ябыу өсөн көсө бар.

«Ҡайһы берҙә проектты тикшермәйенсә яуапһыҙ ҡарарҙар ҡабул ителә. Шуға күрә хөкүмәттәге «Төҙөлөш сәғәте»ндә күп фатирлы йорттар төҙөлөшө буйынса теләһә ниндәй ҙур ҡарарҙы тикшерергә тәҡдим итер инем. Хакимиәт башлыҡтары, һеҙ мине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Толкачевҡа шылтыратырға һәм вәкәләттәрҙе алмаштырырға тәҡдим итеүгә этәреүегеҙ ихтимал. Төҙөлөш өсөн рөхсәт биреүҙе бында тапшырһындар өсөн, — тип белдерҙе Радий Хәбиров. — Хакимиәт башлыҡтары, һеҙҙе атамайым. Был ваҡытта Мостафин булғанмы, юҡмы икәнлеге ҡыҙыҡ түгел. Хәҙер ул — Өфө хакимиәте башлығы. Өлөшсөләр менән төп тәьмин итеүсе — Өфө, Өфө районы. Вилорий Петрович күптән эшләй, һәм төҙөлөшкә рөхсәт биргәндер, моғайын. Тағы ла Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалалар. Иғтибар итегеҙ әле. Һеҙ беҙгә ныҡ ҙур «бүләк» эшләнегеҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1252217-do-kontsa-goda-v-bashkirii-dostroyat-pyat-domov-dlya-obmanutykh-dolshchikov/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть