Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↓

EUR 71.59 ↓

25 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәшиҙә Солтанова йәнә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе итеп һайланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Уҙған шәмбелә Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең юбилейлы, унынсы отчет-һайлау конференцияһы уҙҙы. Сарала 152 делегат ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзынан.

Конференцияны башлар алдынан Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы составына яңы коллектив ағза – «Сарпиге» сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ҡабул ителде.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина йыйылышта ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.

Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ойошманың эшмәкәрлеге тураһында төп доклад менән сығыш яһаны.

Конференция ойошманың эшен ҡәнәғәтләнерлек тип таныны, ҡарар ҡабул итте, Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһын һайланы, уның составына район һәм ҡала ҡатын-ҡыҙҙары Советы рәйестәре, йәмәғәт ойошмалары рәйестәре, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемселәре һәм ветерандары инде.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумы, рәйесе, рәйес урынбаҫарҙары һәм ревизия комиссияһы һайланды. Республика ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе итеп йәнә Рәшиҙә Солтанова тәғәйенләнде.

Конференциянан һуң йыйылышта ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән осрашты, улар ойошма вәкилдәренең ябай булмаған һорауҙарына яуап бирҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1252082-soyuz-zhenshchin-bashkortostana-vnov-vozglavila-rashida-sultanova/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть