Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.66 ↓

EUR 73.36 ↑

19 март, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров 18 декабрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шишәмбе, 18 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы  — Ҡоролтайға үҙенең тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.

Мөрәжәғатнамәлә республика етәксеһе төбәк үҫешенең яҡын һәм оҙайлы перспективаларына стратегик йүнәлештәрен билдәләй.

Йыллыҡ мөрәжәғәтнамә тәүге тапҡыр «Торатау» конгресс-холында уҙа. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан тыш, унда дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, предприятиелар етәкселәре, йәмәғәт һәм дини ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша. Быйылғы мөрәжәғәтнамәнең яңылығы шунда: Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса тантанала тәүге тапҡыр хеҙмәттә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә танылыу алған яҡташтарыбыҙ ҡатнаша.

Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан 24», «Спутник ФМ», «Юлдаш» радиостанциялары алып бара. Шулай уҡ bash.news сайтында, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Новости Республики Башкортостан и Уфы (БСТ)» берләшмәһендә интернет-трансляция ойошторола.

Трансляция 18 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1251952-radiy-khabirov-18-dekabrya-oglasit-svoe-pervoe-poslanie-gossobraniyu-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть