Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↓

EUR 71.59 ↓

25 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Нуғай эргәһендә зыярат булмай – Өфө хакимиәте башлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Нуғай эргәһендә зыярат булмай, тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Фейсбуктағы үҙенең сәхифәһендә.

Ул Өфө хакимиәтенең ҡала зыяратын булдырыу өсөн Нуғай йүнәлешендәге автомобиль юлы, тимер юлы һәм М-5 «Урал» автомобиль юлы менән сикләнгән биләмәне ҡалдырыуға бәйле фекерен белдерҙе.

«Ҡасабала йәшәүселәрҙең фекере беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡарылған проект эштәре һәм санитар-эпидемиология дәүләт экспертизалары, инженер-геологик тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса ошо участканың зыярат урынлаштырыу өсөн ғәмәлдәге ҡануниәт нормаларына тулыһынса тап килеүенә һәм территориаль йәшәү зоналары сиктәрендә урынлашмауына ҡарамаҫтан, бында зыярат булмай», — тип яҙҙы Өлфәт Мостафин.

Уның һүҙҙәренсә, зыярат булдырыу өсөн «Өфөнөң көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөндәге йорттарҙан алыҫтараҡ урынлашҡан» ер участкаларын һайлау эштәре алып барыла.

http://www.bashinform.ru/news/1251237-kladbishcha-vozle-nagaevo-ne-budet-glava-administratsii-ufy/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть