Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.54 ↑

EUR 75.55 ↓

23 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала йәштәр никахҡа инеүҙе бер йыл алдан планлаштыра ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарарға ниәтләй. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, төп яңылыҡтарҙың береһе никахты теркәү тәртибен үҙгәртеүгә бәйле.

«Үҙгәрештәр никахҡа инеүселәр өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар булдырыуға йүнәлтелгән, — тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Республика Ғаилә кодексының ғәмәлдәге редакцияһында никах ғариза биргәндән һуң бер ай эсендә теркәлә тип яҙылған. Был ЗАГС органдары эшенең күплеген һығылмалы көйләй алмауға килтерә. Граждандар төрлө ауырлыҡтар менән дә осраша, ҡағиҙә булараҡ, улар датаны һайлауҙан мәхрүм тиергә мөмкин һәм ваҡытты һайлауҙа сикләнгән. Теләгән ваҡытта өйләнешеү өсөн ғаризаны бер ай элек билдәле бер көндә бирергә тура килә. Закон проекты бер айҙан бер йылға тиклем ваҡытты күҙ уңында тота, шул рәүешле йәштәр үҙҙәре өсөн уңайлы датаны һәм ваҡытты һайлай ала».

http://www.bashinform.ru/news/1251134-v-bashkirii-molodye-lyudi-smogut-planirovat-registratsiyu-braka-na-god-vpered/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть