Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.66 ↓

EUR 73.36 ↑

19 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә инвестиция сәғәтендә ҡояш электр станцияһы, нефтселәр, сыр етештереүселәр ярҙам һораны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика Йортондағы сираттағы «Инвестиция сәғәтендә» энергетика, агросәнәғәт комплексы, нефть химияһы өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырған инвесторҙар дәүләт ярҙамын һораны. Төбәктә өс ҡояш электр станцияһын төҙөгән «Хевел» компаниялар төркөмө тағы ла өсәүҙе планлаштыра — Хәйбулла, Көйөргәҙе, Бөрйән райондарында. Экологик энергия сығанағы айырыуса энергия тәьминәте менән проблемалар булған Бөрйән районына кәрәк, тип иҫәпләй инвесторҙар. Был станцияға инвестициялар күләме — 800 миллион һум.

«Өфөоргсинтез» компанияһына кумол етештереүҙе яңыртыу тәүҙә билдәләнгәнгә ҡарағанда (1,13 миллиард һум) 745 миллионға ҡиммәтерәккә төшкән. Шуға ярашлы, дәүләт ярҙамының күләме 126 миллион һумға артырға тейеш. Ҡулайламаны яңыртыу ҙур экологик әһәмиәткә эйә: ағып төшә торған һыуҙың күләме сәғәтенә 10 мең килограмдан 2 мең килограмға тиклем кәмегән, өҫтәүенә аҡмала алюминий иондары бөтөнләй юҡ. Инвестиция сәғәте барышында республика хөкүмәте менән «Өфөоргсинтез» өҫтәмә килешеү төҙөнө.

Яңауылда һөт етештереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән «Победа» компанияһы һауын көтөүен 1,5 мең баштан биш меңгә тиклем арттырырға, һөт ризыҡтарын етештереүҙе киңәйтергә һәм сыр етештереү предприятиеһын асырға теләүе хаҡында белдерҙе. Предприятие проектҡа 2,3 миллиард һум һалырға әҙер (575 миллионы – үҙенең аҡсаһы, 1,725 миллиарды – заем), ҡорамал, мал һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау һәм льготалы инвестиция кредиттарын файҙаланған өсөн льготалы ставканан 2% түләү рәүешендә дәүләт ярҙамын һорай.

http://www.bashinform.ru/news/1250948-radiy-khabirov-vstretilsya-s-investorami-v-ramkakh-investchasa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть