Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.33 ↓

EUR 75.58 ↑

19 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфө аэропортында самолет һауаға күтәрелгәндә ҡойроғо менән ергә һуғылған һәм осошто туҡтатырға мәжбүр булған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Өфө» аэропортында «Урал авиалиниялары» лайнеры һауаға күтәрелгәндә ҡойроғо менән осоу-ултырыу һыҙатына бәрелгән һәм осошто туҡтатырға мәжбүр булған, тип хәбәр итә «Интерфакс» аэропорт хеҙмәттәрендәге сығанаҡҡа һылтанма менән.

Осраҡ бөгөн Өфөнән Нижневартовскиға рейс башҡарған Airbus A321 самолеты һауаға күтәрелгән саҡта теркәлгән.

«Өфө аэропортынан ҡуҙғалғас, командир самолет ҡойроғоноң осоу-ултырыу һыҙатына бәрелеүе тураһында хәбәр иткән. Осошто ашығыс рәүештә туҡтатырға һәм самолетты яҡындағы аэродромға — авиакомпанияның Екатеринбургтағы ремонтлау базаһына ебәрергә тигән ҡарар ҡабул ителгән», — тиелә агентлыҡ белдереүендә.

Сығанаҡ һүҙҙәренсә, лайнер «Кольцово» аэропортына төшкән. Бер кем дә зыян күрмәгән. Самолет осоштан алынған, уны техниктар тикшерә.

http://www.bashinform.ru/news/1251073-v-ufimskom-aeroportu-samolet-udarilsya-khvostom-pri-vzlete-i-byl-vynuzhden-prervat-polet-/

Теги: самолет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть