Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↓

EUR 71.59 ↓

25 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен Мәскәүгә Яңы йыл шыршыһына саҡырҙылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

24 декабрҙә Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә Рәсәй Мәғариф министрлығының етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған 10-14 йәшлек балалар өсөн ойошторған Яңы йыл шыршыһында ҡатнаша.

Байрамға республиканың 11 балалар йортонан уҡыуҙа, ижади һәм интеллектуаль эшмәкәрлектә юғары уңыштарға өлгәшкән, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңгән 15 тәрбиәләнеүсе саҡырылған.

«24 декабрҙә иртән балалар «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан оса. Мәскәүҙә уларҙы «Аквариум» һәм «Арт Мәскәү» ҡунаҡхана комплексына урынлаштыралар. Сараның программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы. Балаларҙы ҡала буйлап экскурсия, «Танышыу кисәһе», яңы йыл дискотекаһы, океанариум көтә. Шулай уҡ улар «Ал сәскә» боҙ шоуын ҡарай һәм яңы балында ҡатнаша», — тип белдерҙеләр төбәктең Мәғариф министрлығында.

http://www.bashinform.ru/news/1251049-vospitannikov-detskikh-domov-bashkirii-priglasili-na-novogodnyuyu-elku-v-moskvu/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть