Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.33 ↓

EUR 75.58 ↑

19 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Максим Забелин Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың указы менән Максим Забелин республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Забелин Максим Васильевич 1979 йылдың 17 июлендә Курск өлкәһенең Суджа ҡалаһында тыуған. Хәрби-медицина академияһын (Санкт-Петербург), Хәрби-медицина академияһы интернатураһын, Рәсәй Оборона министрлығы Табиптарҙы камиллаштырыу дәүләт институтының клиник ординатураһын тамамлаған. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында МВА дәрәжәһен алған. Медицина фәндәре докторы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2003 йылда Курск ҡалаһында Рәсәй Оборона министрлығы авиабазаһының медицина хеҙмәте начальнигы булып башлай.

2003 – 2005 йылдарҙа – Рәсәй Оборона министрлығы гарнизоны госпитале хирургия бүлегенең өлкән ординаторы (Курск ҡалаһы).

2008 – 2009 йылдарҙа – Рәсәй Оборона министрлығы база госпиталенең хирургия бүлеге начальнигы (Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһы).

2009 йылда – Рәсәй Оборона министрлығы Табиптарҙы камиллаштырыу дәүләт институтының хиругия кафедраһы доценты (Мәскәү ҡалаһы).

2010 – 2012 йылдарҙа  – 67-се ҡала клиник дауаханаһы онкологы  (Мәскәү ҡалаһы).

2012 – 2013 йылдарҙа – 50-се ҡала клиник дауаханаһының хиругия бүлеге мөдире (Мәскәү ҡалаһы).

2013 – 2015 йылдарҙа – Мәскәү өлкә онкология дипансеры баш табибының медицина бүлеге буйынса урынбаҫары.

2015 йылдан – Рәсәй Федерацияһының дәүләт ғилми үҙәге – А.И.Бурназян исемендәге Федераль медицина биофизика үҙәгенең Дипломдан һуң профессиональ белем биреү институтының онкология һәм медицина физикаһы менән радиация медицинаһы кафедраһы мөдире.

2015 – 2017 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһының дәүләт ғилми үҙәге – А.И.Бурназян исемендәге Федераль медицина биофизика үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары – баш табибы.

2017 – 2018 йылдарҙа – Федераль медик-биологик агентлығы етәксеһе урынбаҫары.

2018 йылда – Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Милли медицина радиология тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары.

http://www.bashinform.ru/news/1250984-i-o-ministra-zdravookhraneniya-bashkirii-naznachen-maksim-zabelin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть