Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

25 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала унынсы класс уҡыусыһы поезд аҫтында ҡалған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһы Таҙлар – Төкөн араһында 16 йәшлек үҫмерҙең үлем осрағы буйынса тикшереү башланы.

Волга буйы транспорт прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 12 декабрҙә кискеһен йәш егет 3018-се йөк поезы аҫтында ҡалған. Тиҙ генә тормозға һалһа ла, машинист уның ғүмерен фажиғәле хәлдән ҡотҡара алмаған. Үҫмер алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ һәләк булған.

«Ваҡиға урынына Стәрлетамаҡ транспорт прокуроры, тәфтиш төркөмө килгән. Уҡыусы Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән», — тип хәбәр иттеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1250741-v-bashkirii-poezd-nasmert-sbil-desyatiklassnika/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть