Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.54 ↑

EUR 75.55 ↓

23 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда 2019 йылда йорт бесәйҙәрен һәм эттәрен тамғалау башлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостандың Ветеринария идаралығы начальнигы — баш ветеринар Азат Йыһаншин 2019 йылдан республикала бөтә йорт бесәйҙәренә һәм эттәренә махсус тамға ҡуйыу башланыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, уларҙың барыһы ла Теркәү һәм иҫәп буйынса берҙәм федераль мәғлүмәт системаһына индерелә. Был йорт хайуандарына төрлө сирҙәргә, тәү сиратта ҡотороҡҡа ҡаршы тейешле вакцина яһалғанмы, юҡмы икәнлеген күҙәтеп барыу өсөн кәрәк.

«Быйыл эт-бесәйҙәрҙең ҡотороҡ менән сирләүенең 12 осрағы теркәлде. Ветеринарҙар хайуанға вакцина эшләнеү-эшләнмәүен белергә һәм вакцинациянан баш тартҡан осраҡта хужаларға уларҙың ҙур хәүеф менән янауы хаҡында шылтыратып иҫкәртергә тейеш. Һәр кем үҙенең хайуаны өсөн яуаплылыҡ тота. Вакцина бушлай яһала», — тип билдәләне Азат Йыһаншин.

Республиканың баш ветеринары һүҙҙәренсә, шаршамбы һәм шәмбе көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем бесәйгә йәки эткә ҡотороҡҡа ҡаршы бушлай вакцина яһатырға мөмкин. Ветеринария хеҙмәте берәҙәк эттәрҙе лә контролгә ала. Өфөлә уларҙы тотоу менән «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» предприятиеһы шөғөлләнә. Йыл һайын эйәһеҙ хайуандарға ветеринарҙар йәки махсус автохужалыҡ хеҙмәткәрҙере эткә вакцина эшләнгәнме, юҡмы икәнлеген күрһен өсөн билдәле бер төҫтәге тамға ҡуйыу күҙаллана.

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы баһалауынса, пластмасса бирканың күмәртә хаҡы — 12-18 меңгә, электрон тамғаны йәки бер бирканы ҡуйыу 50-70 һумға төшә.

http://www.bashinform.ru/news/1250632-v-bashkirii-v-2019-godu-nachnut-chipirovat-domashnikh-koshek-i-sobak/