Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.54 ↑

EUR 75.55 ↓

23 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Сибайҙа көкөртлө водородтың бер аҙ күберәк булыуы асыҡланған – Роспотребнадзор

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Сибайҙа 13 декабрҙә онлайн режимында ҡаланың экологик хәл мәсьәләһе буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ултырышы уҙҙы. Урындағы хакимиәт, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Экология министрлығы, Роспотребнадзор вәкилдәре, шулай уҡ табиптар һәм ҡала халҡы Сибайҙағы хәлде тикшерҙе.

Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәте буйынса, урындағы халыҡтан ҡырҡыу еҫкә зарланып яҙылған ялыуҙар килә.

«Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә һауала көкөртлө водородтың 1,3 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Халыҡ һәм комиссия ағзалары был хаҡта белә, — тип хәбәр итте ултырышта ведомство хеҙмәткәре. — Был кеше организмының һауалағы үҙгәрештәрҙе тиҙерәк тойоуын аңлата. Халыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы еҫ сығыуын һиҙҙе — кешеләр уны башҡаса ҡабул итте. Ләкин был ҡыҫҡа ваҡытлы күренеш ине – организмда кире эҙемтәләргә килтергән бер нәмә лә йыйылманы, халыҡтың һаулығында сағылыш тапманы».

Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалы лабораторияһы һауаны тикшереүҙе дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть