Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.54 ↑

EUR 75.55 ↓

23 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Зәйнәб Биишеваның китабы буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектакленең премьераһы була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Милли йәштәр театры сәхнәһендә Зәйнәб Биишеваның тағы бер әҫәре сәхнәләштерелде. 14 һәм 15 декабрҙә «Мөхәббәт һәм нәфрәт» музыкаль легендаһының премьераһы уҙа. Премьера халыҡ яҙыусыһының юбилейына һәм Театр йылын асыуға арналған. Ҡуйыусы режиссеры — Рөстәм Хәкимов.

«Тәнҡитселәр Зәйнәб Биишеваны «ысынбарлыҡты киң һүрәтләү оҫтаһы» тип атаны, уның китаптары Мәскәүҙә лә, Өфөлә лә ҙур тираж менән баҫылып сыҡты. Зәйнәб Биишеваның китаптарын яратып уҡынылар, республикабыҙ халҡының нисәмә быуыны уның әҫәрҙәрендә үҫте. Беҙ йәштәрҙе башҡорт әҙәбиәте классигының әҫәрҙәрен сәхнәгә күсереп, йәштәрҙе уның ижады менән таныштырырға теләйбеҙ», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Шәүрә Шәкүрова.

Бәләкәй генә балыҡсылар ауылында йәшәгән Юламан ҡарт наҙлы Диңгеҙгә ғашиҡ һәм берҙән-бер ейәнсәре Зөлхизәне сикһеҙ ярата. Бер көндө ауылға бер мосафир килә һәм һәүетемсә генә көн күргән ғаиләнең тынлығын боҙа. Әҫәр мөхәббәт, тоғролоҡ, хыянат, өмөтһөҙлек һәм нәфрәт кеүек көслө хистәр тураһында бәйән итә.

Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында федераль һәм республика субсидияларына тормошҡа ашырыла. «Мөхәббәт һәм нәфрәт» һәм «Ал елкәндәр» спектаклдәренә финанслауҙың дөйөм күләме 10,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1250524-v-ufe-sostoitsya-premera-spektaklya-lyubov-i-nenavist-po-knige-zaynab-biishevoy/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть