Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.59 ↑

21 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты Өфөлә Әр-Рәхим мәсетен төҙөүҙе дауам итеүҙәрен теләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Өфө епархияһы һәм Йәһүдтәр ойошмаһы берлектәге хат менән «Урал» хәйриә фондына мөрәжәғәт итте. Хатта улар Салауат Юлаев проспектындағы «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетенә нигеҙләнгән «Мөслим-Сити» проектын «Конфессия-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡ үҙәге» тип үҙгәртеүҙе һорай. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының эштәр идарасыһы Илдар Ишәев «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында был ҡарарҙың Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуҙан һуң ҡабул ителеүе хаҡында белдерҙе.

«Алтын Ҡурай» компанияһы (2012 йылдан «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөнөң генераль подрядсыһы), «Урал» хәйриә фонды төҙөүселәр алдында эш хаҡы буйынса бурысын ҡаплағас, үҙенең хоҡуҡтарын төҙөлөштөң яңы подрядсыһы БНЗС тресына тапшырырға әҙер. Төҙөлөштө финанслау туҡтатылған саҡта ла улар эштәрен дауам итте. Суд ҡарарына ярашлы бурыстың бер өлөшөн ҡапланыҡ, ҡалған өлөшөн «Урал» фондынан ҡаплауын һораныҡ, унда яҡынса өс миллион һум ҡалды», — тип һөйләне «Алтын Ҡурай»ҙың генераль директоры ла булып торған Илдар Ишәев.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты идарасыһы әйтеүенсә, мәсет төҙөлөшөн дауам итеүҙе финанслау Социаль маҡсатлы программалар фонды аша үтергә тейеш, ләкин әлегә ниндәй аҡса иҫәбенә икәнлеге билдәһеҙ. Уның һүҙҙәренсә, әле «Урал» хәйриә фонды банктарҙың береһе менән судлаша, дәғүә суммаһы — 4 миллиард һум, ултырыш 20 декабргә билдәләнгән.

«Белеүемсә, «Урал» фонды ай һайын 12-шәр миллион һум күсерә тигән килешеү бар, әммә бындай финанслау менән мәсет 200 йыл буйы төҙөлөр, моғайын», — тип билдәләне Ишәев.

Башҡортостандың беренсе президенты етәкселегендәге «Урал» хәйриә фонды ноябрҙән Өфөләге «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөн финанслауҙы дауам итәсәге тураһында хәбәр иткәйне. Улар баһалауынса, объектты тамамлау өсөн 5-6 миллиард һум кәрәк.

«Эйе, халыҡтың көткәнен беләм. Ләкин ябай халыҡтан мәсет төҙөлөшөнә аҡса һорау дөрөҫ булмаҫ ине. Предприятиеларҙы тергеҙергә кәрәк тип уйлайым. Ә мәсет төҙөү өсөн кәмендә 5-6 миллиард һум кәрәк. Фонд ошо изге эшкә 2 миллиард һум һалды», — тине Мортаза Рәхимов «Рәсәй Башҡортостан» телеканалына интервьюһында.

«Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү  эштәре 2007 йылдан алып барылды һәм әлеге ваҡытта туҡтатылған. 2013 йылда төҙөлөштөң спонсоры — «Урал». Ләкин 2016 йылда республика мосолмандарының Диниә назараты етәкселеге менән низағ арҡаһында ул финанслауҙы туҡтатты. Сәбәптәрҙең береһе — Диниә назаратының «Мөслим-сити» проекты. Ошонан һуң банкир һәм Башҡортостан президентына элекке кандидат Сергей Веремеенко инвесторҙар табырға вәғәҙә бирҙе, ләкин был мәсьәләлә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булманы. Унан алда Башҡортостандың өс традицион конфессия башлыҡтары республиканың яңы етәкселегенә ошо мәсетте төҙөүҙә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

http://www.bashinform.ru/news/1250425-dum-rb-nastaivaet-na-prodolzhenie-stroitelstva-mecheti-na-prospekte-salavata-yulaeva/

                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть