Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.59 ↑

21 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Бер йылдан уҡ реаль һөҙөмтәләрҙе күрербеҙ – геофизик «Торатау» геопаркын булдырыу хаҡында

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова, Азат Ғиззәтуллин/.

Диңгеҙ арктик геология-разведкалау экспедицияһының генераль директоры Геннадий Казанин Башҡортостан етәксеһенең «Торатау» геопаркын булдырыу тураһындағы ҡарарына үҙенең профессиональ фекерен белдерҙе.

«Был күптән көтөлгән һәм мөһим Указ. Ниһайәт, геопарк ойоштороу мәсьәләһе ғәмәлгә ашырыла һәм беҙ бер йылдан уҡ ниндәйҙер һөҙөмтәләрҙе күрербеҙ, ниндәйҙер реаль мәсьәләләр хәл ителер. Шулай уҡ «Торатау», «Йөрәктау» тәбиғәт һәйкәлдәренә халыҡ-ара статус биреү мәсьәләһенә нөктә ҡуйылыр. Һис шикһеҙ, бындай осраҡта улар халыҡ-ара кимәлдә яҡлана, сөнки донъяла Торатау кеүек үҙенсәлекле объект юҡ. Был тауҙарҙың төрлөлөгөн һаҡларға мөмкинлек бирә, туризм да үҫешә. Шуныһы ла мөһим: шихандар ҙур мәҙәни әһәмиәткә эйә», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына танылған геофизик.
  http://www.bashinform.ru/news/1250097-uzhe-cherez-god-my-uvidim-realnye-rezultaty-geofizik-o-budushchem-geoparke-toratau/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть