Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Илшат Тажетдинов: «Торатау» геопаркын булдырыу Башҡортостанға шихандарҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

«Торатау» геопаркын булдырыу Башҡортостанға шихандарҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә, тип иҫәпләй республика премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов. Уның фекеренсә, был эҙмә-эҙлекле һәм төплө уйланылған ҡарар.

«Янғантау» менән бер рәттән был республикала икенсе геопарк була. Уның маҡсаты асыҡ — ЮНЕСКО ярҙамында шихандарҙы популярлаштырыу, уларҙы донъяла танытыу. Ошондай туристик-рекреацион зона республика өсөн ҡеүәтле үҫеш нөктәһе булырға, туризмды, эшҡыуарлыҡты  үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр асырға тейеш. Дөйөм алғанда, ошо тәбиғәт һәйкәлдәрен һөҙөмтәле һаҡларға мөмкинлек бирә. Шуның менән  бергә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары сәнәғәт инфраструктураһын һәм эш урындарын һаҡлап ҡала», — тип билдәләне Илшат Тажетдинов.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, артабан геопарк ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫ объекттары исемлегенә индереү өсөн тәҡдим ителергә тейеш.

Документта билдәләнеүенсә, парк республиканың геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, шулай уҡ туризмды үҫтереү өсөн булдырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1249909-vitse-premer-ilshat-tazhitdin-sozdanie-geoparka-toratau-sberezhet-dlya-bashkirii-shikhany-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть