Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.80 ↑

EUR 71.38 ↓

27 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Сибайҙа экологик хәл киҫкенләште: комбинат карьерында мәғдән быҫҡый

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Сибайҙа йәшәүселәр ҡырҡыу көкөрт еҫе таралыуы сәбәпле һаулыҡ торошоноң насарайыуына зарлана, кисен һәм төндә ҡалала көслө томан күҙәтелгән.

Экологик хәлдең ҡырҡа киҫкенләшеүе арҡаһында 11 декабрҙә төнгө сәғәт 11-ҙә ҡала хакимиәтендә карьер яғына барыу өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия йыйыу тураһында иғлан иткәндәр. Зарарлы ҡатнашмаларҙың концентрацияһын һәм халыҡ өсөн хәүефлелек кимәлен билдәләү өсөн һауаны тикшергәндәр.

12 декабрҙә иртән ҡала хакимиәтендә Сибайҙың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ғәҙәттән тыш хәл буйынса комиссия ултырышы уҙҙы.

«Кис көнө ҡаланың көньяҡ өлөшөндә көкөрт еҫе сыҡты. Сығанаҡ — тәрәнлеге 500 метрлыҡ һәм радиусы 1 саҡрымлыҡ карьер. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалында хәбәр итеүҙәренсә, карьерҙа мәғдән яна. Был техноген процесс, бында кешенең ғәйебе юҡ», — тине Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов.

Карьер ун йылдан ашыу эшкәртелмәй, быға тиклем бындай күренештәр күҙәтелмәгән.

Сибай башлығы билдәләүенсә, иртәнге 10-сы 30 минутҡа алынған лаборатор тикшереүҙәр һауала зарарлы матдәләр күләме норманан ашмауын асыҡлаған.

«Ҡалала ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү өсөн нигеҙ юҡ, ләкин яуаплы хеҙмәттәр һәм кешеләр юғары әҙерлек режимында», —  тип белдерҙе Сибай башлығы.

Бынан алда Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығы Сибайҙа йәшәүселәрҙең насар еҫкә зарланыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә һауала көкөртлө водородтың күберәк булыуы асыҡланды. Башҡортостанда Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалы лабораторияһы һауаны тикшереү эштәрен дауам итә.

http://www.bashinform.ru/news/1249848-v-sibae-ukhudshilas-ekologicheskaya-obstanovka-v-karere-kombinata-tleet-ruda/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть