Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.59 ↑

21 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Башҡорт» төбәк йәмәғәт ойошмаһы лидеры Ҡуштауҙы ла ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү кәрәклеге хаҡында белдерҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

«Башҡорт» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фаил Алсынов Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Торатау менән Йөрәктауҙы ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Шул уҡ ваҡытта ул был исемлеккә Ҡуштауҙы ла индерергә кәрәк тип иҫәпләй.

«Мин Ҡуштауҙы «Башҡортостан сода компанияһы»на эшкәртеүгә тапшырыуға ҡырҡа ҡаршымын, — тип белдерҙе Фаил Алсынов «Башинформ» агентлығына. — Ҡуштау Торатау менән Йөрәктауҙан бер яғы менән дә кәм түгел, шул уҡ тауҙар, шул  уҡ үҫемлектәр. 2017 йылда Ҡуштауҙы «Башҡортостан сода компанияһы»на тапшырыу мәсьәләһе бәхәсле. Ул саҡта Ҡуштау Ғүмәр ятҡылығы менән бер рәттән компанияға геологик тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн генә тапшырылған. Тағы ла бер тапҡыр әйтәм: мин Ҡуштауҙы эшкәртеүгә ҡаршымын һәм уны, Торатау менән Йөрәктау кеүек үк, ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерергә кәрәк тип иҫәпләйем».

Алсынов һүҙҙәренсә, был аҙнала Ҡуштауҙы эшкәртеү ихтималлығына арналған түңәрәк өҫтәл була. Унда ғалимдар, сәйәси эшмәкәрҙәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Түңәрәк өҫтәлде үткәреү урыны һәм ваҡыты аныҡлана.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.Ойошторғандан һуң шунда уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенә республика Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге менән берлектә геопаркты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү бурысы йөкмәтелде.

Документта билдәләнеүенсә, парк республиканың геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, шулай уҡ туризмды үҫтереү өсөн булдырыла.

Төбәк Хөкүмәтенә «Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә, составына республика әһәмиәтендәге «Торатау», «Йөрәктау» тәбиғәт һәйкәлдәре һәм геологик, биологик, тарихи-мәҙәни ҡиммәткә эйә башҡа объекттарҙы индереп, «Торатау» геопаркын булдырырға», тиелә указда.

http://www.bashinform.ru/news/1249880-lider-roo-bashkort-zayavil-o-neobkhodimosti-vklyuchit-i-kushtau-v-spisok-naslediya-yunesko/                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть