Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

25 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө мәктәбендә ғәҙәттән тыш хәл: уҡыусы газ баллонынан һиптергән, зыян күреүселәр бар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Дим районы мәктәбендә 12 декабрҙә иртән ғәҙәттән тыш хәл булған. Сәғәт 11-се ярты тирәһендә ҡаланың мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә 101-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһының икенсе ҡатта газ баллонынан һиптереүе тураһында хәбәр килгән.

Шул сәбәпле 15 бала медпунктҡа мөрәжәғәт иткән, уларҙың 8-ен ашығыс ярҙам дауаханаға тикшерергә алып киткән. Уҡыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре белем усағынан эвакуацияланған.

«Әле биналар елләтелә. Шунан һуң белем биреү процесы дауам итергә тейеш. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1249865-ekstrennaya-evakuatsiya-v-shkole-ufy-uchenik-raspylil-pertsovyy-ballonchik-est-postradavshie/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть