Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.54 ↑

EUR 75.55 ↓

23 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Торатау» геопаркы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә инеүгә дәғүә итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.Ойошторғандан һуң шунда уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенә республика Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге менән берлектә геопаркты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү бурысы йөкмәтелде.

Документта билдәләнеүенсә, парк республиканың геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, шулай уҡ туризмды үҫтереү өсөн булдырыла.

Төбәк Хөкүмәтенә «Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә, составына республика әһәмиәтендәге «Торатау», «Йөрәктау» тәбиғәт һәйкәлдәре һәм геологик, биологик, тарихи-мәҙәни ҡиммәткә эйә башҡа объекттарҙы индереп, «Торатау» геопаркын булдырырға», тиелә указда.

Бынан тыш, хөкүмәткә Өфөләге Конгресс-холдың исемен «Торатау Конгресс-холы» тип үҙгәртеү бурысы йөкмәтелгән.

«Ике ай буйына Рәсәй Хөкүмәте һәм «Башҡортостан сода компанияһы» менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, — тине «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов. — Тәүҙә «Башҡортостан сода компанияһы»ның позицияһы шундай ине: Ҡуштау 2017 йылдан беҙҙеке, Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән килешеп, эштәрҙе башлауға рөхсәт һәм лицензиялар алдыҡ. Шуға күрә Ҡуштауҙы мотлаҡ үҙләштерәбеҙ. Ләкин беҙгә Ҡуштау ғына етмәй, унда сығарыу ҡиммәт, әгәр башҡа шихандар ҙа эшкәртеүгә тапшырылмаһа, республика ҡаҙнаһы ла, социаль өлкә лә аҙыраҡ аласаҡ. Беҙгә Торатау менән Йөрәктау кәрәк».

Бәширов әйтеүенсә, һөҙөмтәлә Торатау менән Йөрәктауға һәр төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы тыйған федераль һәм халыҡ-ара һаҡланған статус биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. «Донъяла шундай бер генә осраҡ булды – боевиктар тыйылған Пальмираны емерҙе», — тип иҫкә төшөрҙө Бәширов.

«Ҡул ҡуйылған килешеүҙә республика хөкүмәте үҙенә «Башҡортостан сода компанияһы»на «Сода» предприятиеһын һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам итергә йөкләмә алды.Был беҙҙең өсөн бюджетҡа йылына яҡынса 10 миллиард һум килем, ошо аҡсаға мәктәптәр, поликлиникалар, спорт ҡоролмалары төҙөйбөҙ, биләмәләрҙе төҙөкләндерәбеҙ. Бынан тыш, хөкүмәт «Башҡортостан сода компанияһы» тирә-йүндәге биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүгә компенсация взносын йылына 100-ҙән 700 миллион һумға тиклем арттырырға тейеш тигән шарт менән компанияға Ҡуштауҙы үҙләштерергә ҡамасауламаҫҡа ризалашты. Беҙ аҡсаны яңы эш урындары асыуға ла йүнәлтергә уйлайбыҙ», — тип белдерҙе чиновник.

Ҡул ҡуйылған указға ярашлы, «Торатау» геопаркын булдырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау күләмен һәм сығанаҡтарын билдәләү Башҡортостан Хөкүмәтенә йөкмәтелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1249801-radiy-khabirov-vnosit-toratau-i-yuraktau-v-spisok-obektov-vsemirnogo-naslediya-yunesko/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть