Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

25 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика яңынан ойошторолған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса илдә беренсе урынға сыҡты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостанда 2019 йылда 117 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән. Яңынан ойошторолған кооперативтар һаны буйынса республика Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Сағыштырыу өсөн: ошо күрһәткес буйынса икенсе урында торған Татарстанда, Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестры мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылда 43 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән.

Башҡортостанда 10 декабргә 211 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы иҫәпләнгән, тип белдерҙеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк илдә тәүгеләрҙән булып ауыл хужалығы кооперативтарын булдырыу буйынса килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашыра башланы. Килем килтереүсе проекттарҙың асылы шунда: ауылда шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын алып барған граждандарҙың башланғысы һәм финанслауы иҫәбенә иҡтисади яҡтан эшләгән һәм ҡатнашыусыға өҫтәмә килем килтергән коллектив файҙаланыу объекты булдырыла. Өҫтәүенә конкурс нигеҙендә проектты тормошҡа ашырыуға грант бүленә, ул берлектә финанслау 9 проценттан кәм булмаған осраҡта бер кооперативҡа 3 миллион һумғаса тәшкил итеүе мөмкин. Республика Хөкүмәте вице-премьеры  — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, 2020 йылға ҡәҙәр кооперативтарҙың килемлелеге дүрт тапҡырға артырға — 1 миллиард һумдан ашырға тейеш, өс йылда ауыл хужалығы кооперативтарында 1500-ләгән яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең яңы кимәленә сыҡҡан берләшмәләр хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1249666-bashkiriya-vyshla-na-1-mesto-v-rossii-po-kolichestvu-vnov-sozdannykh-selkhozkooperativov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть