Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.54 ↑

EUR 75.55 ↓

23 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Яңы йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 117 һумға арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа 2019 йылдан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумы кимәленә — 11 280 һумға еткереү өсөн 117 һумға арттырыу тураһында закон проектын хупланы.

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу 3,7 миллион кешегә ҡағыла, тип билдәләнә аңлатмала, ә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын йәшәү минимумына тиклем күтәреү дәүләткә 5 миллиард һумға төшә.

Һуңғы тапҡыр хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен быйыл 1 майҙан арттырғайнылар —  әле уның күләме 11 163 һум тәшкил итә, тип иҫкә төшөрә «Новая газета».

http://www.bashinform.ru/news/1249747-v-novom-godu-mrot-vyrastet-na-117-rubley-/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть