Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләнмәгән бурыс 4,3 миллиард һум тәшкил итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

1 ноябргә республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыс 4,3 миллиард һум тәшкил итә, был йыл башына ҡарағанда 22% күберәк. Шуның 16 миллион һумы — газ, 1,11 миллиарды — электр энергияһы, 3,1 миллиарды — йылылыҡ энергияһы һәм эҫе һыу тәьминәте өсөн бурыс. «Ошо дүрт миллиардтан һумдан ашыуҙың яртыһы — республика халҡының бурысы», — тине республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса координация кәңәшмәһе ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев. Уның һүҙҙәренсә, 2018 йылда 134 мең фатирға ҡарата коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса сикләү индерелгән. Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар йылылыҡ һәм электр энергияһы өсөн 705 миллион һумға судҡа дәғүә ғаризаһын тапшырған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы бурыс мәсьәләһен хәл итеү өсөн халыҡ менән тура килешеүҙәргә күсеү, намыҫһыҙ идара итеүсе компанияларҙы асыҡлау эштәрен әүҙемләштерергә кәрәк тип иҫәпләй.

Республика прокуроры Андрей Назаров коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләнмәгән бурыс күҙәтеү органы әүҙем эшләгән төп мәсьәләлрҙең береһе булып тороуы хаҡында һөйләне. Идара итеүсе компаниялар ҡулланыусыларҙың түләмәүенә япһара һәм ресурс предприятиеларына түләмәй.

«2018 йылда идара итеүсе компанияларҙың 199 вазифалы кешеһе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, ике материал тәфтиш органдарына тапшырылған. Быйыл Эске эштәр министрлығы органдары 18 миллион һумға финанс боҙоуҙары өсөн 30 енәйәт эшен ҡуҙғатҡан. Идара итеүсе компанияларҙың етәкселәренә 13 енәйәт эше ҡуҙғатылған, уларҙың икәүһе судҡа ебәрелгән», —  тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, халыҡтың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү дисциплинаһы кимәле буйынса республика — Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбендә. Мәҫәлән, Өфөлә, баш ҡала етәксеһе Өлфәт Мостафин һүҙҙәренсә, ул 97% тәшкил итә.

Башҡортостан етәксеһе халыҡтың бурысы уҫал ниәт менән түләмәүселәр, нигеҙҙә социаль яҡтан тотороҡло булмағандар (200-300 мең һумлыҡ бурысы бар) арҡаһында йыйылыуын иҫкә төшөрҙө һәм уларға ҡарата ҡаты саралар күрергә саҡырҙы.

«Халыҡтан йыйылған аҡсаны ресурс компанияларына күсермәгән идара итеүсе компанияларға килгәндә, ошо законһыҙ эшмәкәрлек туҡтатылырға тейеш. Был — Рәсәйҙә ҙур проблема, уға ҡаршы көрәшергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1249428-v-bashkirii-prosrochennaya-zadolzhennost-za-kommunalnye-uslugi-sostavlyaet-4-3-mlrd-rubley-/

                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть