Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

25 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың төньяҡ-көнсығышында яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының ҡушыуы буйынса Салауат районының Малаяҙ ауылында яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторола.

Был  — Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте составындағы иҫәп буйынса етенсе зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды. Унан алда ойошторолған алты отряд Өфөлә, Белоретта, Дүртөйлөлә, Күмертауҙа, Сибайҙа, Туймазыла урынлашҡан.

Яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды республиканың төньяҡ-көнсығыш халҡын һәм биләмәһен үҙәк райондар менән бер рәттән һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш.

Отряд М-5 Мәскәү — Өфө — Силәбе федераль трассаһы, Кропачево — Мәсәғүт — Әчит һәм Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары янында урынлаша.

Хәҙер ҡотҡарыусыларҙың юл-транспорт ваҡиғаһында ярҙам күрһәтергә килеү ваҡыты күпкә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. Отряд урынлашҡан урын ҙур һыу объекттарында – Йүрүҙән һәм Әй йылғалары буйлап һалда йөҙгәндә бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү өсөн дә уңайлы. Өҫтәүенә ул республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә асылырға тейешле яңы туристик-рекреацион кластерҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә ала.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылда Башҡортостан буйынса юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнгән 100 кешегә 8,4 һәләк булыусы, ә төбәктең төньяҡ-көнсығыш райондарында иһә 100 зыян күреүсегә 15,7 һәләк булыусы тура килгән.

http://www.bashinform.ru/news/1249396-na-severo-vostoke-bashkirii-sozdaetsya-novyy-poiskovo-spasatelnyy-otryad/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть