Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↓

EUR 71.59 ↓

25 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Геннадий Разумикин республиканың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ менән Геннадий Разумикин төбәктең Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Икенсе Указ менән Рәсүл Таипов үҙ теләге буйынса Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан китте.

Геннадий Разумикин 1976 йылдың 15 авгусында Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.

2004 – 2011 йылдарҙа – «Болғар радиоһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

2011 йылда – «Волга-Медиа» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының үҫеш буйынса урынбаҫары, генераль директор вазифаһын башҡарыусы.

2011 – 2013 йылдарҙа – «Төньяҡ Кавказ курорттары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте департаментының бүлек етәксеһе, директоры.

2014 – 2018 йылдарҙа  – Мәскәү өлкәһе Истра ҡала округы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, етәксенең беренсе урынбаҫары.

http://www.bashinform.ru/news/1249240-v-bashkirii-i-o-predsedatelya-goskomiteta-po-informatizatsii-naznachen-gennadiy-razumikin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть